Все новости
Поздравляем
11 Августа , 17:17

Поздравляем!

Дорогую жену, маму, бабушку, сестру, тётю Зифу Мунировну Низамову от всей души поздравляем с юбилеем!

Поздравляем!
Поздравляем!

Әбдрәхим ауылында йәшәүсе һөйөклө ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ, һенлебеҙ, апайыбыҙ, туғаныбыҙ, әбейебеҙ Зифа Мөнир ҡыҙы Низамова матур байрамын юбилейын билдәләй. Ихлас күңелдән ғүмер байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, оҙон бәхетле ғүмер, яҡты, матур көндәр, мөлдөрәмә тулы бәхет-шатлыҡтар теләйбеҙ. Һәр тыуасаҡ көнгә, балҡыған йондоҙҙарға, атҡан сәскәләргә шатланып-ҡыуанып йәшәгеҙ. Күңел тыныслығында, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысына, уңышына һөйөнөп, яҡындарығыҙҙың һөйөү-хөрмәтенә сорналып, Ришат әтейебеҙ, кейаүебеҙ, еҙнәбеҙ менән бәрәкәтле, имен ғаилә тормошонда йәшәргә яҙһын. Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, дәртле булып ҡалығыҙ.

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле, 

Ҡылған эшең — бары изгелек. 

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр, 

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен, 

Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр. 

Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп, 

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Иң изге теләктәр менән балалары, кейәүе, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары Ғәлимовтар, Ахуновтар, Закировтар Камалетдиновтар.

Автор: