

Быйылғы йылда ла үҙ ваҡыты менән еребеҙгә, илебеҙгә көтөп алған йәмле яҙ килде. Яҙҙың килеүен бар тереклек көтөп алған кеүек, кешеләрҙә оло өмөттәр бағлап һағынып көтөп ала ул. Ә көткән яҙҙар өмөттәрҙе аҡлап гел шатлыҡтар, ҡыуаныстар менән генә килһен ине лә һуң...
Юҡ шул, юҡ, гел беҙ көткәнсә генә булмай ҙа ҡуя. Әле менә яҙ иртә генә килгәндәй, инде лә ышандырып йылы торҙо, торҙо ла, ҡайһылайҙар итеп һыуытып, өшөтөп ташланы. Ысын ҡыштай һалҡынайтып тороп ҡарҙар яуҙырып та ҡуйҙы. Ә бит ағастар япраҡ ярған ине, муйылдың аҡ күлдәк кейгән йәш килендәрҙәй ап - аҡ сәскәгә төрөнгән мәле бит әле. Кемдер әйтер, ул муйыл сәскә атҡан ваҡытта гел шулай була торған ине, тиеп. Юҡ гел генә улай булырға тейештә түгелдер...
Күптәрҙең, был аяуһыҙ тәбиғәт законына бойһонорға теләге юҡ та һуң, тағы ла үҙгәртергә лә көсөнән килерлек түгел. Кемдәр үҙгәртә алғаны бар тәбиғәтте, тормошто, хатта йәшәйеште. Килеп тороп, бер ҡайҙала яҙылмаған йәшәү рәүешенең үҙ ҡанундарын кемдәр үҙгәртә алыр ?!
Үҙгәртә лә алмай, булмай, Хоҙай хуп күрмәй был теләгебеҙҙе. Шуға күрәлә, Хоҙай ҡушмаған эш булмай, тиеп, бер Хоҙайҙың үҙенә тапшырабыҙ !
Әллә яҙмыш, әллә яңылыш...
Ошо яҙҙы, нисек бар шулай ҡабул иткәндәй, ҡабул ғына итә алабыҙ шул беҙ бөгөн, ауылыбыҙҙың егеттәренең иң йәше булған, махсус операцияла ҡатнашып беҙҙең араларҙан баҡыйлыҡҡа күсеп китеүсе Аллаяров Сәйет Сәғит улында.
Эйе, Сәйеттең дә үҙ юлынан китеүенә лә бер кемдә, бер нисек тә үҙгәреш индерә алмай. Ул һайлаған яҙмыш, ә яҙмыш ул, үҙенең яңылышлыҡтары, яҡшылыҡтары, дөрөҫлөктәре, бәхет -шатлыҡтары менән, күктән ергә килгәндә үк маңғайыңа яҙылған була торғандыр ул !
Әллә яҙмыш, әллә яңылыш... Ә яҙмышың шулай яҙылғастан, яңылыш булһала үтелә торған һин үтәһе юлыңдыр...
Сәйет, беҙҙең белеүебеҙсә бик таҫыл, уңған, шаян, тырыш егет ине ул. Йырлаһа йырлай ине, ә бейеп китһә, оҫталарҙың оҫтаһы, бик оҫта бейеүсе лә ине ул үҙе! Дуҫтары, тиңдәштәре менән дә бик еңел уртаҡ тел табып тиҙ арала дуҫлашып та китә ине. Килмәгән ере юҡ ине ошо Сәйеттең. Бына әле килеп ошондай булған егетебеҙ Сәйет Сәғит улы хаҡында һүҙ бара икәнен һәр кем аңлай торғандыр. Ул Ил алдында хәрби бурысын үтәгәндә ысын батырҙарса һәләк булған ир-егет ! Ә һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған егеттәр туранан тура ожмахҡа эләгә, тиҙәр. Үҙең ожмах түрҙәрендә булып, Йәнең йәннәттә булһын, Сәйет Сәғит улы! Тыныс йоҡла һин, балаҡай !
Ә ата-әсәләренә сабырлыҡ, туғандарына түҙемлек насип итһен Хоҙай! Амин!
Бына шулай тәбиғәт тә, үҙ закондарына бойһондороп, төрлө ҡийәфәткә индергәндәй, төрлө юлдарҙан төрлө яҙмыш елдәренә бойһондорорға мәжбүр итә ул, әҙәм балаһын !
Шуның өсөндә ул - тормош, донъя, беҙҙең йәшәйеш!
Аллаяров Сәит Сәғит улын һуңғы юлға оҙатыу сараһы 1 май 11:00 сәғәттә, Дыуан-Мәсетле ауылында мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда үтәсәк.
29.04.2025 й.